Полный текст
@bash_news102💥 Ул әле һаман арабыҙҙа кеүек
⚾ 26 сентябрҙә киң мәғлүмәт саралары журналистары командалары араһындағы волейбол буйынса турнир Уйылдан Ғәлиндең яҡты иҫтәлегенә бағышланды һәм икенсегә уның тыуған ауылында – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында уҙҙы.
📅 2024 йылдың сентябрендә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлиндең ғүмере өҙөлдө. Уға 45 кенә йәш ине. Яратҡан һөнәренә 24 йыл ғүмерен бағышлаған Уйылдан Нурғәли улы башҡорт журналистикаһында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Асыҡ, изге күңелле һәм намыҫлы булған коллегабыҙ бер нисә быуын хәбәрселәрен, телевидение һәм радио дикторҙарын тәрбиәләне.
🏣 Турнир былтырғы кеүек үк Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең спорт залында үткәрелде. Сарала республикабыҙҙың гәзит һәм журналдары, телевидение һәм радио хәбәрселәре, Ишембай районы хакимиәте вәкилдәре, урындағы мәктәп уҡытыусылары, коллегабыҙҙың туғандары командалары көс һынашты.
🤝 Турнирҙы Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы, Ишембай ҡалаһы хакимиәте, урындағы спорт идаралығы, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл хакимиәте ойошторҙо.
🏆 Был үҙенсәлекле спорт сараһында Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе командаһы быйыл да еңеүсе булды. Журналистар – икенсе, Ишембай районы хакимиәте командаһы өсөнсө урынды яуланы. Туғандар командаһы иһә дүртенсе урынға сыҡты.
✅ Лилиә Мәүлитова фотолары.