Полный текст

Полный текст

@bash_news102

💔Атайлы булғым килгәйне...
"Мин 40-ты үткән ирмен. Мөхәббәтле ғаиләбеҙҙә улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫә. Мәктәптә бергә уҡыған һөйкөмлө ҡыҙ менән тәүҙә дуҫл
ашып, аҙаҡ бер-беребеҙҙе оҡшатып өйләнештек. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы.Мин үҙ эшемде асҡанмын, ҡатыным бер фирмала юрист. Хәҙер беҙ - аяҡта ныҡлы баҫып торған татыу ғаилә. Әлбиттә, донъя көткәс, гел һөйөшөп-көлөшөп кенә йәшәп булмай, мөнәсәбәт асыҡлауҙар, бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәрен бөтөрөргә тырышыуҙар ҙа булманы түгел тәүге йылдарҙа. Ундай саҡтар хәҙер артта ҡалды, хәҙер беҙ бер-беребеҙгә ышаныслы терәкбеҙ, бер һүҙлебеҙ, әсәйем әйтмешләй, бер төптән үҫкән ағастарҙайбыҙ.Эшем командировкалар менән бәйле. Юл йөрөгәндә төрлө хәлгә ҡалған саҡтар була: йә телефондың көсө бөтә, йә ваҡытында ҡайтып етеп булмай. Күпселектә ошолар сәбәп була торғайны ғаиләлә низағ сығыуға. Тәүге осорҙарҙа йән киҫәгемдең ышанмағанына, икеләнеү белдергәненә ныҡ йәнем көйөп, хаҡһыҙлығын иҫбатларға маташһам, һуңғараҡ тактикамды үҙгәртеп алдым. Хәҙер, ҡатынымдың башына юҡ-бар инмәһен өсөн, юл бер көнлөк булһа, ике көнгә барам тим, ә шулай ҙа һуңлап әйләнеремде иҫкәртә алмаһам, бүләктәр, сәскә гөлләмәһе тотоп ҡайтам да һүҙһеҙ генә ҡосаҡлап үбеп алам. Белеп бөткәнмен: ғәйепләргә асылған ауыҙ шунда уҡ кире ябыла, торараҡ йылмайыу хасил була, шунан һуң өтәләнеп йөрөп аш өҫтәле хәстәрләнә башлай.✨Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-09-25/atayly-bul-ym-kilg-yne-4827021

Report Page