Полный текст

Полный текст

@bash_news102

⚡️Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн "Беҙ һинең менән" аноним ышаныс чаты эшләй башланы

🔵 Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең социаль селтәрҙә яңы ышаныс чаты эшенең башланыуы тураһында хәбәр итте. Министр әйтеүенсә, хәҙерге донъяла үҫмергә еңел түгел: тышҡы тыныс ҡиәфәт артында йыш ҡына ҙур проблемалар йәшеренеүе, уны тирә-яҡтағылар һиҙмәй ҙә ҡалыуы бар.

🔴 Ведомство башлығы, республиканың был проектты MAX каналында башлап ебәреүен, һәм ул башланғысты шәхсән контролдә тотоуын белдерҙе. Министр әйтеүенсә, төп маҡсат - төбәктә бер баланы ла үҙ проблемаһы менән яңғыҙ ҡалдырмау.

🟢 Ойоштороусылар фекеренсә, чатта үҫмерҙе тәнҡитләмәйенсә һәм нотоҡ уҡымайынса тыңларға әҙерҙәр. Унда ошондай кеше менән бәйләнешкә инергә мөмкин.

❗️Чатта төрлө темаларҙы тикшерергә мөмкин:

✅бөтәһе лә һиңә ҡаршы булғандағы борсолоу йәки паника тойғоһо;
✅өйҙә йәки мәктәптәге низағтар;
✅романтик мөнәсәбәттәрҙең юҡҡа сығыуы арҡаһында тыуған кисерештәр;
✅кешене рәнйеткән осраҡтар;
✅яҡындарҙы юғалтҡандағы ҡайғы;
✅дәрестә ҡул күтәреүҙән ҡурҡыу, танышыуҙан оялыу йәки беренсе булып һөйләшеү башларға ҡыймау;
✅башҡаларҙың үҙ фекерен көсләп тағыуы.

🤝 Министр билдәләүенсә, башҡа проблемаларҙы ла тыңларға әҙерҙәр — тормош бит ул төрлө һәм ҡатмарлы.

💯 Илдар Мәүлитбирҙин был чатҡа өс сәбәп буйынса ышанырға мөмкин тип белдерә: беренсенән, тулы анонимлыҡ. Бер кем дә мөрәжәғәт итеүсенең исемен, йәшен йәки мәктәбен белмәйәсәк. Икенсенән, бер ниндәй ҙә тәнҡитләү юҡ. Бер ниндәй ҙә ярлыҡтар юҡ, хәлде аңларға тырышыу һәм аныҡ ярҙам ғына. Өсөнсөнән, бушлай һәм тиҙ яуап биреү. Мессенджерҙа яҙырға ғына кәрәк.

Report Page