Башҡорт Милли Сәйәси Үҙәгенең
Бойондороҡһоҙ Азат Башҡортостан проекты
Башҡортостан бойондороҡһоҙ, бөтә донъя таныған дәүләт булырға тейеш. Ул бөгөнгө республика сиктәрендәге территорияла нигеҙләнәсәк, төҙәтмәләр мөмкинлеге тураһында түбәндә әйтеләсәк.
Башҡортостан – территорияһында башҡорт халҡы тарихи формалашҡан һәм үҙбилдәләнеш хоҡуғын тормошҡа ашырған дәүләт.
Бойондороҡһоҙ Башҡортостан дәүләтенең төп бурыстарының береһе башҡорт халҡының яңырыуы һәм сәскә атыуы буласаҡ. Башҡортостан Республикаһы башҡорт халҡы үҙ дәүләт институттарын, туған телен, үҙ мәҙәниәтен, тарих һәм йолаларын үҫтерә алған Ер шарында
берҙән-бер урын булып тора. Башҡорт сәйәси милләтен төҙөү буласаҡ бойондороҡһоҙ
Башҡортостандың төп маҡсаты булып тора.
Башҡортостан Республикаһы парламент республикаһы буласаҡ.
Дин дәүләттән айырым тора. Күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләт булараҡ, Башҡортостан бөтә граждандарына теләгән дингә инаныу йәки бер ниндәй ҙә дин тотмау хоҡуғын гарантиялай. Тик Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғона, дәүләтенең нигеҙенә һәм бөтөнлөгөнә ҡаршы йүнәлешле дини йәки донъяуи эшмәкәрлек тыйылы.
Путин власы юҡҡа сыҡҡандан һуң Башҡортостан Республикаһында Учредителдәр Йыйылышы үтәсәк һәм граждандар йәмғиәте вәкилдәренән Ваҡытлыса Хөкүмәт ойоштороласаҡ. Күсеү ваҡыты иғлан ителәсәк, шул осорға Рәсәй Федерацияһының закондар йыйылмаһының айырым нормалары һаҡланасаҡ. Бөтә Путин яҡлы көстәргә люстрация үткәреләсәк, бөтә федераль партиялар юҡҡа сығарыласаҡ, “Берҙәм Рәсәй “
һәм коммунист партиялары хөкөм ителәсәк һәм тыйыласаҡ.
Республика партияларын ҡороу мөмкинлеге биреләсәк һәм парламент һайлауы датаһы
иғлан ителәсәк. Һүҙ һәм йыйылыш ирке тәьмин ителәсәк һәм сәйәси агитация алып барыуға мөмкинселек биреләсәк.
Ваҡытлы хөкүмәттең беренсе сираттағы бурыстары булып Башҡортостан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғын иғлан итеү һәм яҡлау, законлылыҡты тәьмин итеү, коррупцияға ҡаршы көрәш һәм дәүләт институттарын төҙөү торасаҡ. Парламент һайлауын үткәреп һәм законлы хөкүмәт ойоштороп бөткәндән һуң, демократик, хоҡуҡи, Башҡортостан Республикаһының бөтә граждандарына тиң хоҡуҡтар тәьмин иткән дәүләт төҙөүенә курс
алынасаҡ.
1. Башҡортостан Республикаһының административ ҡоролошо Башҡортостан 1917 й кантондарға бүленеүенә ҡайтасаҡ.
Башҡортостан территорияһында 22 кантон ойоштороу тәҡдим ителә:
1) Нефтекама- Нефтекама
2) Дүртөйлө - Дүртөйлө
3) Мишкә - Мишкә
4) Бөрө - Бөрө
5) Ҡариҙел - Ҡараяр
6) Күҙәй - Яңыҡул
7) Дыуан - Оло Устикин
8) Айлы - Малаяҙ
9) Һаҡмағош - Һаҡмағош
10) Өфө - Өфө
11) Туймазы - Туймазы
12) Бишбүләк - Бишбүләк
13) Минге - Раевка
14) Стәрлетамаҡ - Стәрлетамаҡ
15) Табын - Сәйетбаба
16) Ҡатай - Сәрмән
17) Ҡара-Табын - Учалы
18) Юрматы - Ишембай
19) Бөрйән-Тамъян - Асҡар
20) Ҡыпсаҡ - Мораҡ
21) Бөрйән -Түңгәүер - Баймаҡ
22) Үҫәргән - Оло Әбеш
2. Республика һәм уның кантондары араһында мөнәсәбәттәр түбәндәгесә ойоштороласаҡ Кантон власт органдары: Кантон башлығын һәм Кантон Йыйылышын Республика граждандары урында йәшәүселәр һанынан һайлай. Кантон Башлығы һәм Кантон Йыйылышы Башҡортостан дәүләт власы органдары берҙәм системаһына керә. Кантонда йәшәүселәр һайлаған Кантон башлығы етәкселек итә.
Кантон Йыйылышы ауыл хакимиәттәре башлыҡтарынан (йәки уларҙың вәкилдәренән)
ойошторола.
Ауыл хакимиәт башлығын шул ауылда йәшәүселәр дөйөм һайлауҙа һайлай.
Башҡортостан территорияһында тәртип һаҡлаусы органдар Республика власына буйһона.
Теге йәки был халыҡ ыҡсым йәшәгән кантондарҙа шул халыҡтың туған телен кантондың рәсми теле итеп раҫлау мөмкин. Белем алыу, мәктәпкәсәнән башлап юғарыға тиклем, кантондың рәсми телендә рөхсәт ителә.
Эске эш башҡарыу кантондың рәсми телендә рөхсәт ителә. Күп милләтле кантондарҙа һәр бер йәшәү урынында шул урында йәшәүсе халыҡтың телендә эш башҡарыу рөхсәт ителә.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле – башҡорт теле.
Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителеүҙән алып 30 йылға милләт-ара аралашыу теле булып урыҫ теле ҡала
3. Республика һәм уның кантондарының сәйәси ҡоролмаһы.
Башҡортостан – власты уның граждандары ойошторған республика.
Башҡортостан хөкүмәтен раҫлаған Дөйөм Йыйылыш – Ҡоролтайға, кантондар вәкилдәренән торған Кантондар Палатаһына һайлауҙа тауыш бирергә Республиканың һәр гражданының хоҡуғы бар: бер мандатлы округтарҙа ла, партия һәм коалицияларҙың һайлау исемлектәре буйынса үткән һайлауҙарҙа ла.
Башҡортостан Президенты Милли Йыйылыштың ике палатаһының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Кантондар Палатаһы, берҙәм ултырышында һайланыла. Республиканың конституцион ҡоролошон гарантиялаған органдар, шул иҫәптән Башҡортостандың Конституцион Суды, айырым система буласаҡ.
Республиканың иң юғары, уның башҡарма һәм суд власын булдырған, органы Ике Палаталы
Парламент - Милли Йыйылыш буласак. Түбәнге палатаһы Дәүләт Йыйылышы Королтай, үрге палатаһы Кантондар Палатаһы буласаҡ.
Башҡортостандың закондарын түбәнге палата, Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай кабул итә һәм Президент ҡул ҡуйғандан һуң улар көскә керә. Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай бер мандатлы округтарҙа һәм республика партия һәм коалицияларҙың һайлау исемлектәре буйынса һайланған депутаттарҙан теркәлә.
4. Башҡортостан Хөкүмәте.
Башҡортостан менән уның Хөкүмәте идара итә. Хөкүмәт башлығы кандидатураһын Президент тәҡдим итә һәм Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай раҫлай. Хөкүмәт башлығы министрҙар вазифаларын башҡарыусыларҙы тәғәйенләй, Парламенттың үрге палатаһы – Кантондар Палатаһы министрҙарҙы вазифаларында раҫлай. Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай хөкүмәтте урынан төшөрә ала. Шул осраҡта
Президент яңы хөкүмәт башлығы кандидатураһын индерергә тейеш. Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай
Хөкүмәт башлығын 3 ай эсендә раҫларға һәләтһеҙлеге осрағында, Президент яңы һайлауҙы
ваҡыттан алда иғлан итә.
Башҡортостандың Хөкүмәт башлығы республиканың дәүләт телен белергә тейеш.
5. Башҡортостан Республикаһының Президенты.
Башҡортостан Республикаһының Президентын Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаттары һәм Кантондар Палатаһы вәкилдәре берҙәм ултырышта һайлай. Президент вәкәләтле һәм конституцион-арбитраж вазифаларын башҡара ( Хөкүмәт башлығы кандидатураһын индереү, закондарға ҡул ҡуйыу, һәм ваҡыттан алда үткәрелгән һайлауҙарҙы иғлан итеү)Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай һәм Кантондар Палатаһы берҙәм ултырышында һәм Конституцион
һығымтаһы нигеҙендә Президентты, үҙ власын артыҡ файҙаланыу осрағында, урынынан төшөрөү
көсөнә эйә.
Башҡортостан Президенты дәүләт телен белергә тейеш.
6. Кантондар Палатаһы.
Кантондар Палатаһына һәр бер кантондан икешәр вәкил һайлана. Кантондар Палатаһы вәкилдәрен ярашлы кантонда теркәлгән Башҡортостан Республикаһы граждандары һайлай.
Вәкилдәрҙең береһен Кантон башлығы тәғәйенләй, икенсеһе шул кантондың берҙәм һайлауында
һайлана. Кантондар Палатаһы Дәүләт Йыйылышы Королтай ҡабул иткән закондарҙы раҫлай һәм яңы
закондар тәҡдим итә. Кантондар Палатаһы Хөкүмәт башлығы тәҡдим иткән министрҙар кандидатураларын раҫлай. Кантондар Палатаһы вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаттары менән берҙәм ултырышта Президентты һайлауҙа ҡатнаша.
7. Башҡортостан Республикаһының иҡтисады.
Башҡортостанда үҙ аҡсаһы, һум, буласаҡ. Һум республиканың табылган, дәүләт монополияһы аҫтында булған, тәбиғи байлыҡтары барлығы менән тәьмин ителәсәк. Бер үк ваҡытта ҡағыҙ һәм һанлы һум ҡулланыуға индереләсәк.
Башҡортостан Республикаһы тәбиғи байлыҡтарын тәрән эшкәртеү, инновацион технологиялар индереү, IT технологиялар үҫтереү, хосуси милекте яҡлауҙа нигеҙләнгән иҡтисади үҫеш моделен тормошҡа ашырасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының бөтә тәбиғи байлыҡтарын национализациялау үткәреләсәк. Беҙ “национализациялау “ тип әйтәбеҙ, “дәүләткә күсеү “ түгел. Мәғәнәһе шундай : Башҡортостандың
бөтә булған тәбиғи байлыҡтары, бөтә башҡорт еренән килгән килем бөтә башҡорт сәйәси милләтенең милке булып тора һәм уға файҙа килтерергә тейеш.
Шуға күрә хосуси йәки ҡатнаш компаниялар милләттең тәбиғи байлыҡтар менән ике шартты үтәгәндә генә эшләүе мөмкин:
Беренсенән, улар республиканың тирә-яҡ мөхитен, тәбиғәтен юҡҡа сығармай һәм унда йәшәгән кешеләрҙең һаулығына зыян килтермәй эшләргә тейеш. Контракт шарттары буйынса йетештереүсе экологияға һәм халыҡҡа зыян килтермәү өсөн кәрәкле сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға тейеш.
Шулай уҡ Республикаға, уның тәбиғәтенә һәм халҡына тейҙергән зыян өсөн страховка фондына һалынған акса менән яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Икенсенән, республиканың тәбиғи байлыҡтарын күргән килемде бөтә милләт кенә түгел, әммә уның һәр бер кешеһе алырға тейеш. Башҡортостандың Милли фондында көслө валютала етәрлек аҡса индерелергә тейеш һәм шул аҡсанан республиканың һәр гражданына билдәле рента ай һайын түләнергә тейеш. Шулай итеү биләмә хоҡуғын сәйәси яҡтан ғына түгел, ә иҡтисади мәғәнәһендә лә яңы формала кире ҡайтарыуына мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Республикаһы бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнгәс республика һәм предприятиелар хужалары араһында мөнәсәбәттәрҙе, шул иҫәптән предприятиеға эйә булыу шарттарын, тикшереү өсөн махсус комиссия ойоштороласаҡ.
Әгәр приватизациялау ялған юл менән үтеүе асыҡланһа, предприятие дәүләткә ҡайтарыласаҡ.
Артабан ғәҙел приватизациялау, акцияларҙың бер өлөшө һатыуға сығарылып, контроль пакеты (стратегик предприятиелар) дәүләт милке булып һаҡланып, үткәреләсәк.
Башҡортостандың бай тәбиғәтен ҡулланып туризмды үҫтереүгә республика властары тарафынан ныҡлы иғтибар биреләсәк.
Башҡортостан иҡтисадының приоритет йүнәлештәренең береһе республиканы энергия менән тәьмин итеү буласаҡ. Өҫтөнлөк йәшел энергияны үҫтереүгә һәм атом электр станцияларына биреләсәк.
Шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһы үҙенең уңышлы географик урынлашыуын Урал аръяғында ҡороласаҡ дәүләттәрҙе, Европа илдәрен һәм Урта Азия илдэрен тоташтырган транспорт коридоры итеп файҙаланасаҡ.
Башҡортостандың йәш быуындың ғилми белемен үҫтереүгә өлөш керетеү бойондороҡһоҙ Башҡортостандың төп маҡсаты буласаҡ. Алдынғы илдәр менән килешеүҙәр төҙөләсәк һәм йәштәр шул илдәргә республика иҫәбенә уҡыуға ебәреләсәк.
8. Бойондороҡһоҙ Башҡортостандың бүтән дәүләттәр менән мөнәсәбәттәре.
Бойондороҡһоҙ Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы тарҡалғандан һуң ҡоролған дәүләттәр йәки яңыртылған, империя булмаған, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғон таныған Рәсәй йәки бүтән (кон)федерацияһы менән яҡшы күршеләрсә, үҙ-ара файҙалы һәм эшлекле мөнәсәбәттәргә ынтыласаҡ.
Ҡаҙағстан менән тура сиктең бойондороҡһоҙ Башҡортостан өсөн стратегик мөһимлеге арҡаһында Ҡыуандыҡ районы мәсьәләһе Ырымбур өлкәһе ( йәки унын урынында ҡоролған дәүләт) менән
йәки күрше Урал, Татарстан, Ҡаҙағстан республикалары менән хәл ителәсәк.
9. Башҡортостан Республикаһы гражданлығы Башҡортостан Республикаһы бойондороҡһоҙ итеп танылған ваҡытта республика территорияһында тыуған йәки даими йәшәгән кешеләр, Башҡортостан Республикаһына, уның суверенитетына, территориаль бөтөнлөгөнә һәм конституцион төҙөлөшөнә тоғролоҡҡа ант итеүҙән һуң Башҡортостан Республикаһы граждандары булып һаналасаҡ. Һаулығының хәле арҡаһында тоғролоҡҡа ант итә алмаған кешеләр автоматик рәүештә Башҡортостан граждандары булып һанала. Башҡортостан гражданының балалары Башҡортостан граждандары булып һанала һәм 18 йәше тулғас тоғролоҡҡа ант итеп гражданлығын раҫларға тейеш. Тыуыу хоҡуғы менән граждандар булып һаналған кешеләр 18 йәше тулғас һаулыҡ хәле арҡаһында ант итә алмаған осраҡта граждандар булып артабан һанала.
Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн бүтән ил граждандары Башҡортостан гражданлығына керетеү мөмкин.
Бүтән илдең граждандары булған башҡорт халҡы вәкилдәре икенсе йәки өсөнсө оло быуында башҡорт булыуын күрһәткән документты тапшырғандан һәм тоғролоҡҡа ант иткәндән һуң гражданлығын алыуы мөмкин.
Башҡортостан территорияһында даими йәшәгән һәм гражданлыҡ алырға хоҡуғы булған ләкин тоғролоҡҡа ант итеүҙән баш тартҡан элекке Рәсәй Федерацияһы граждандары артабан Башҡортостан территорияһында резидент булараҡ йәшәй аласаҡ Башҡортостан Республикаһының суверенитеты, уның территориаль бөтөнлөгө, конституцион төҙөлөшөнә ҡаршы йүнәлгән эшмәкәрлек ҡалмау шарты менән. Шундай кешеләрҙен тоғролоҡҡа ант итеп гражданлыҡ алырға хоҡуғы бар, ул ваҡытҡа Башҡортостандың Юғары Суды менән Республиканың суверенитетына, территориаль бөтөнлөгөнә һәм конституцион төҙөлөшөнә ҡаршы йүнәлгән эшмәкәрлектә ғәйепле булып танылмаған осраҡта.
Башҡортостан Республикаһының законлы резиденттары Башҡортостан Республикаһының граждандары эйә булған хоҡуҡтарға эйә, республика һайлауҙары һәм референдумдарында ҡатнашыу, республика дәүләт вазифаларын башҡарыу, Милли фондтан шартһыҙ килем алыу хоҡуҡтарын иҫәпкә алмағанда. Законлы резиденттарҙы тормоштоң бүтән сфераларында
дискриминациялау рөхсәт ителмәй.
Башҡортостан мәктәптәрендә беренсе кластан уҡыу башлаған Башҡортостан Республикаһы граждандарының балалары Башҡортостан Республикаһының дәүләт телен белергә мөмкинлек биргән башланғыс, урта һәм юғары белем алырға тейеш. Законлы резиденттар үҙ балаларына
теләгән мәктәп йәки программа һайлай йәки үҙ аҡсаһына ойоштора алалар.
Башҡортостан резиденттарының республика территорияһында теркәлгән балалары автоматик рәүештә Башҡортостандың законлы резиденттары статусына эйә була. Башҡортостан гражданлығына хоҡуғы булған ләкин баш тартҡан резиденттарҙын балалары тоғролоҡҡа ант итеп гражданлыҡҡа керергә хоҡуғына эйә.
Башҡортостан Юғары Суды менән тоғролоҡҡа антын боҙған тип танылған кеше гражданлығын юғалта. Шундай кешенән тыуған граждандар гражданлығын юғалтмай.
10. Башҡортостан Республикаһының ҡораллы көстәре Башҡортостан территорияһында үҙ ҡораллы көстәре ойоштороласаҡ һәм өлөшләтә профессиональ
һәм армия йәшенә, 20 йәшкә, еткән граждандарҙан торасаҡ. Армияла хеҙмәт срогы 2 йыл буласаҡ. Армияла хеҙмәт иткән Башҡортостан Республикаһы гражданы атыу ҡоралы һатып алырға, һаҡларға һәм тотонорға хоҡуҡҡа эйә буласаҡ һәм Башҡортостан Республикаһының ҡораллы көстәренең резерв ғәскәрҙәрендә һаналасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы үҙ именлеге приоритеттарынан сығып ниндәй дәүләт менән хәрби- сәйәси союз төҙөргә ҡарар итә.